Материал опубликован: 21 November 2025, 10:54
Обновлён: 21 November 2025, 10:59
Просмотров: 0
На этой неделе, в формате "Дня открытых дверей", наш колледж посетили учащиеся 9-го класса МОБУ "СОШ с. Юмагужино" Зилаирского района.
Урал аръягы агроинженерия колледжында үткән"Асыҡ ишектәр көнө" Йомағужа мәктәбенең 9 синыф уҡыусыларын кабул итте һәм бай йөкмәткеле программа менән колледж буйынса сәйәхәтте тәжрибәле укытыусы Г.Г. Иҫәндәүләтова ойошторҙо.Укыусыларга ашхана ла төшкө аш тәҡдим ителеү менән башланды осрашыу. Информатика,математика фәндәре буйынса уҡытыусы А.В.Ивлев әҙерләгән"Колледжда уҡырға кәрәклектең 10 сәбәбе" исемле видеотаҫманы карап,колледж директоры И.Н.Аминев менән яҡындан танышып,йылы тәъҫораттар алғандан һуң,уҡыусылар "Юл йөрөү кәғиҙәләре"кабинетында Ф.М.Султангулов тарафынан үткәргән "Беренсе ярҙам күрһәтеү" , тарих фәндаре буйынса уҡытыусы А.К.Моталлапова ойошторған ҡул эштәре буйынса күргәҙмә карагандан һуң,"Тракторист-машинист","Ашнаксы" һөнәрҙәрен үҙләштереү,практик дәрестәр үткареү урындарына сәйәхәт эшләнеләр. Унда производство мастерҙары,уҡытыусылар ,бигерәк тә үҙенең укыусылары менән Н.Г.Биксәева күнелле,мауыҡтырғыс әңгәмәләр ойоштороп,оҫталык дәрестәре күрһәттеләр.Артабан колледждың тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Г.Г.Курбангалиева "Анкета" һорауҙарына яуаптар ҡабул итте һәм осрашыу күңелле фотосессия менән тамамланды.















